Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Октябрь 2017, 11:50

Көрәшселәребеҙ фестиваль еңеүсеһе

Салауат районы батырҙары республикала беренсе урын алды

Өфөлә Республика көнөнә арналған милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса 24-се республика фестивале үтте.
Башҡортостандың 35 ҡала һәм район командалары гер күтәреү, армрестлинг, милли көрәш спорт төрҙәре буйынса ярышты. Традицияға ярашлы, беҙҙең район командаһы милли көрәш буйынса көс һынашты һәм дөйөм команда иҫәбе буйынса 1-се урын яулап, республика фестивале кубогын яуланы. 2-се урында – Баҡалы районы, 3-сө урында – Ҡыйғы көрәшселәре.
Шәхси иҫәптә лә көрәшселәр үҙ категорияларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: Айнур Абдрахманов (Малаяҙ ауылы) – 3-сө урын, Илдар Баһауетдинов (Иҙрис ауылы) – 4-се, Альберт Ниғәмәтов (Шәрәк ауылы) – 4-се, Айнур Сәйетғәлин (Мөрсәлим ауылы) – 3-сө, Илнур Ғайнанов (Арҡауыл ауылы) – 3-сө, Наил Мөхәмәтйәнов (Сыбаркүл ауылы) – 1-се, Илнур Мостафин (Сыбаркүл ауылы) – 8-се, Денис Нурмөхәмәтов (Янғантау) – 2-се урында. Уңыштар юлдаш булһын, егеттәр!
Нур Низамов.
Читайте нас: