Диана Малаяҙ ауылында тыуып үҫкән. Унда икенсе класты тамамлағас, ул Ҡатау-Тамаҡта йәшәй башлай. Тап ошо ҡалала ул хоккей менән таныша. Диана йәшәгән йорттоң ҡаршыһында хоккей майҙансығы урынлашҡан була. Маҡсатлы, дәртле ҡыҙ көн һайын унда малайҙарҙың хоккей уйнағанын күҙәтә торғас, батырланып тренерҙарҙан уны ла командаға алыуҙарын һорай. "Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай", – тиҙәр. Көс, етеҙлек, рух ныҡлығы, түҙемлек һәм оҫталыҡ талап иткән спорт төрөнөң ауырлығына сыҙамай ҡайһы берҙәр был уйындан биҙә, бәләкәй ҡыҙсыҡтың һынауҙарға нисек түҙеүенә аптырарға мөмкин. Диана бер нисә йыл "Вагоностроитель" командаһында һөжүмсе була, һуңынан Силәбе ҡалаһына уҡырға юллана. "Силәбе бүреләре" командаһында иһә тырыш ҡыҙ үҙен беренсе тапҡыр ҡапҡасы булараҡ һынай. Оҙаҡламай шәп, дәртле, оҫта уйынсыны Түбәнге Новгородтың хоккей клубы үҙҙәренә саҡыра. Унда яҡташыбыҙ ҡыҙҙар командаһында уйнай, бер үк ваҡытта олимпия резервының өлкә училищеһында белем ала. Күп тә үтмәй Диана Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы составына инә. Беҙҙең спортсылар төрлө илдәрҙә үткән турнирҙарҙа ҡатнашып, Германия, Чехия, Австрия, Финляндия һәм Швеция командаларын еңә.
– Чехияла үткән донъя чемпионатында бик ныҡ тулҡынландым. Бигерәк тә хужалар менән уйнауы ҡатмарлы һәм ҡыҙыу булды. Боҙ майҙансығында ыҙғышып киттек, беҙҙең ике хоккейсыны уйындан сығарҙылар. Чехтарҙы еңгәс, Рәсәй гимнын тыңларға баҫтыҡ. Көйәрмәндәр сығарынан сығып, ҡысҡырышты, беҙҙе үртәүҙәрен дауам итте. Ә беҙ юғалып ҡалмай, гимнды нығыраҡ ҡысҡырып йырланыҡ, һөҙөмтәлә тамашасылар тынысланды, – тип һөйләне Диана.
16 йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан, Диана еңеүсе, буйһонмаҫ, ныҡышмал холоҡҡа эйә. Ундайҙар, һис шикһеҙ, ҙур еңеүҙәргә, уңыштарға өлгәшә. "Олимпиадала ҡатнашып, алтын миҙал алғым килә!" – тигән уй-хыял менән янып йәшәгән яҡташыбыҙға киләсәктә лә ҙур еңеүҙәр яуларға яҙһын.