Бөтә яңылыҡтар
7 Март 2021, 11:00

Һигеҙенсе март сәләме (Нәҫер)

Бәғерем, минең һиңә булған мөхәббәтем шул ҡәҙәр көслө булғанлығы мәғлүмме? Юҡтыр. Юғиһә, белә тороп та, һинең йәнең нисек мине күрмәйенсә түҙер ине?

Бәғерем, минең һиңә булған мөхәббәтем шул ҡәҙәр көслө булғанлығы мәғлүмме? Юҡтыр. Юғиһә, белә тороп та, һинең йәнең нисек мине күрмәйенсә түҙер ине?
Ғүмер үтә. Көндәр, төндәр, айҙар бер-береһе менән ҡушылып йылдарға әүерелә. Ошо йылдар упҡынында мин бер үҙем аҙашып тороп ҡалдым. Араларҙа томан. Томан тинем дә, булмаһа әсе төтөнмө, йәки үтә күренмәле шаршаумы? Беҙ, ғаләм киңлегендә осоп йөрөгән, бер йондоҙҙан ҡойолған ҡыйпылсыҡтар һымаҡ, билдәһеҙлектә йөҙәбеҙ. Дөрөҫөрәге, иҙерәйем.
Сөнки һин күктән икенсе "планета"ға барып тоташтың. Ҡасандыр бер йән, бер тән булып йәшәгән икенсе яртың тураһында оноттоң. Нисек кенә тырыш­һам да килеп сыҡманы, бушҡа ғына булды. Ышанысымды юғалтмағанмын әле, килер бер көн, һин йоҡоңдан уянырһың, үҙ ҡыйпылсығың эргәһенә һис шикһеҙ ҡайтырһың. Ҡарлы-буранлы ҡыштар ҙа һыуыта алмаған мөхәббәтем, бәҫләнгән йөрәгеңде иретер ул. Ишетәһеңме, йәнем? Һигеҙенсе март яҡынлаша. Ҡыш, яҙға урын бирергә теләмәй, тартыша, ҡарыша. Юҡ, улай булмай, һәр нәмәнең үҙ сираты...
Йәнем, минең иң ҡәҙерле кешем, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән һине! Минең ихлас күңелдән, ҡайнар йөрәктән сыҡҡан ҡотлау сәләмдәрен, март айының нескә билле еле һиңә илтеп еткерһен ине.
Яратыуым, онота алмауым билдәһе тип ҡабул ит. Төшөнөп, диҡҡәт менән, бәғерем, уҡы һин уны. Бер үк һуңлай күрмә.
Илбарис СӘЛИМХАН.
Тирмән ауылы.
Читайте нас: