Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 17:40

Йүнселлектең киләсәге ниндәй?

Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илшат ХӘСӘНОВ менән редакцияла “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙоҡ. “Йүрүҙән” һәм “На земле Салавата” гәзиттәре журналистары райондың бизнес-шерифына эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм яңы бизнес проекттары тураһында һорауҙар бирҙе.

Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илшат ХӘСӘНОВ менән редакцияла “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙоҡ. “Йүрүҙән” һәм “На земле Салавата” гәзиттәре журналистары райондың бизнес-шерифына эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм яңы бизнес проекттары тураһында һорауҙар бирҙе.

– Илшат Вәғиз улы, Салауат районында бөгөн нисә эшҡыуар иҫәпләнә һәм был өлкәлә ниндәй төр хеҙмәттәр күрһәтелә?

– Йыл башына ҡарата районда бөтәһе 489 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Ошо һанға шәхси эшҡыуарҙар ҙа, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла керә. Йүнселлек тармағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереү, сауҙа, транспорт, туризм, көнкүреш хеҙмәтләндереү, төҙөлөш материалдары сығарыу һ. б. йүнәлештәр буйынса үҫешә.
– Бизнеста ниндәй яңы төр хеҙмәттәр барлыҡҡа килә? – Яңы хеҙмәттәрҙән Иҙрис ауылы эргәһендә шәхси эшҡыуар Миләүшә Фәруҡшина “Бөркөт” тип аталған эко-усадьба асты. Шулай уҡ ул яҡ биләмәлә Илфат Исмәғилевтың “Шайтан-Көҙәй” тирмәләр кемпингы ла уңышлы эшләй. Улар ЮНЕСКО ҡарамағындағы “Янғантау” геопаркының эске туризмды үҫтереү йүнәлеше буйынса эш алып бара.
– Ә “Янғантау” геопаркы эшҡыуарҙарға ниндәй офоҡтар асыр?
– “Янғантау” геопаркына Салауат районының, Мөрсәлим, Тирмән, Первомайский ауыл биләмәләренән тыш, бөтөн территорияһы инә бит. Уның буйынса районда эшҡыуарлыҡ, кәсепселек төрҙәре тағы ла артыр, тип өмөтләнәбеҙ. Киләсәктә Иҙрис һәм Лаҡлы ауылдары эргәһендә коворкинг-үҙәктәр төҙөү күҙаллана. Салауат районында ул туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Был урындағы халыҡҡа яңы эш урындары, аҡса эшләү мөмкинлеге асасаҡ.
– Юл буйы хеҙмәтләндереүе буйынса ниндәй яңы проекттар бар? “Юл-Ай” агросәнәғәт паркы проекты буйынса ни әйтерһегеҙ?
– Әлегә был йүнәлештә эштәр алып барыла. Һамар – Өфө – Силәбе М-5 федераль трассаһы буйында Ишембай ауылы янында һәм Кропачево – Мәсәғүт – Әчит автомобиль юлының Арҡауыл сатында юл буйы сервисы объекттары төҙөү ҡарала. Был проект инвесторҙар һәм республика ярҙамы менән бойомға ашырыласаҡ.
“Юл-Ай” агросәнәғәт паркы – ғәйәт ҙур проект. Ул шулай уҡ М-5 федераль юлы эргәһендә, Ишембай ауыл биләмәһендә төҙөлөргә тейеш. Агропарк күмәртәләп һатыу-бүлеү үҙәгенән тора. Был проектты резиденттар менән бергә республиканың Үҫеш корпорацияһы тормошҡа ашырырға тейеш ине. Әммә, пандемия менән бәйле, ул проект әлегә туҡтатылып торҙо.
– Коронавирус буйынса пандемия эшҡыуарлыҡҡа ныҡ йоғонто яһанымы?
– Әлбиттә, сикләүҙәр индерелеүе эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрләгенә ҡамасауланы. Пандемия бөтөн ил буйынса иҡтисад үҫешенә тәьҫир итте бит. Рәсәй һәм республика етәкселеге бизнесҡа төрлө ярҙам саралары күрһәтеүе эшҡыуарлыҡ субъекты һанының ныҡ кәмеүенә юл ҡуйманы.
Былтыр йыл башына 501 бәләкәй һәм урта эшҡыуалыҡ субъекты иҫәпләнә ине. 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙмәшғүллек (самозанятость – ред.) законы үҙ көсөнә ингәс, ҡайһы берәүҙәр шәхси эшҡыуарлығын ябып, шундай төр эшмәкәрлеккә күсте. Районда 188 үҙмәшғүл граждан иҫәпләнә.
– Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары, йәғни бизнес-шерифтың вазифауи бурыстары нимәгә ҡайтып ҡала?
– Тәү сиратта эшҡыуарҙарға үҙҙәрендә етештерелгән продукцияһын һәм хеҙмәтләндереүен таратыуҙа ярҙам күрһәтеү. Уларҙың төрлө конкурстарҙа һәм гранттарҙа ҡатнашыуына булышлыҡ итеү.
Яңы проекттарҙы район Хакимиәтендә һәр кесаҙна “Инвестиция сәғәт”ендә ҡарайбыҙ. Үҙ эшен башларға теләүселәрҙе бизнес-проекттарын шунда тәҡдим итергә саҡырабыҙ. Бизнес-шерифтың бүлмәһе район Хакимиәтенең (Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 64) 1-се ҡатында ауыл хужалығы бүлегендә урынлашҡан. Телефоны: 8(34777) 2-08-41. Салауат районы Хакимиәтенең рәсми сайтында https://admmaloyaz.bashkortostan.ru/ “Бәләкәй бизнес” махсус бүлегендә эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.
– Беҙҙең менән “түңәрәк өҫтәл” ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт, Илшат Вәғиз улы! Форсаттан файҙаланып, Салауат районы мәғлүмәт үҙәге лә эшҡыуарҙарҙы район гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Беҙ гәзит һәм уның рәсми сайттары, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре аша йүнселдәрҙең продукцияһын һәм хеҙмәттәрен күрһәтә, рекламалай алабыҙ. Рәхим итегеҙ!
Айҙар НОҒАМАНОВ яҙып алды.
Читайте нас: