Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2021, 14:44

МӨРСӘЛИМДӘ – ХӘРБИ УЙЫНДАР

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Мөрсәлим ауылында “Зарница” хәрби-спорт уйындары үтте.Хәрби-патриотик сараны, Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, Мөрсәлим ауыл биләмәһе хакимиәте уҙғарҙы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Мөрсәлим ауылында “Зарница” хәрби-спорт уйындары үтте. Хәрби-патриотик сараны, Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, Мөрсәлим ауыл биләмәһе хакимиәте уҙғарҙы.
Уйындар бер нисә этап буйынса үтте. Ҡаргиҙәрҙәрҙә биатлон ярышы, пневматик ҡоралдан, арбалеттан, йәйәнән уҡ атыу, Калашников автоматын һүтеп ҡороу, ҡаршылыҡ һыҙатын үтеү кеүек үҙенсәлекле ысын ир-егеттәргә хас хәрби-спорт ярыштары ойошторолдо. Бәйге барышында буласаҡ ил һаҡсылары ныҡышмалылыҡ, ихтыяр көсө һәм юғары һөҙөмтәләргә ынтылыш күрһәтте. Теләүселәрҙе “Лесник”тип аталған внедорожникта ла йөрөттөләр.
Сарала район башлығы Марс Кашапов, Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Мөфлиханов, Рөстәм Хөснуллин етәкселегендәге райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары, Өфөнән ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашты. Байрамда ҡатнашыусыларға, спортсыларға һалдат бутҡаһы һәм самауыр сәйе тәҡдим ителде. Хәрби-спорт ярыштары һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәғлүм булыуынса, Салауат районынан Мөрсәлим ауыл биләмәһенең Яңы Сүрәкәй ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Сәләмәт тормошҡа саҡырған, илһөйәрлек рухын менән һуғарылған хәрби-патриотик сара ошо бәйге сиктәрендә үтте.
Сығанаҡ: Салауат районы хакимиәте.
Фото: Рөстәм Хөснуллин.
Читайте нас: