Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 17:15

Яңы Сүрәкәй ауылының күркәм ғаиләһе

Нуғай ауылы бик үҙенсәлекле урында урынлашҡан. Бейек ҡая аҫтынан тәмле, йомшаҡ һыулы шишмә сыға. Ике яҡтан ике йылға ағып ята, эргәлә генә быуа бар. Тирә - яҡта урман менән ҡапланған тауҙар. Ерҙәр уңдырышлы, баҡса үҫтерергә, мал тоторға, ҡош-ҡорт үрсетергә бик уңайлы.Сүрәкәй - бик боронғо ауыл. Элек-электән ул үҙенең көслө, уҡымышлы мулла-мәзиндәре менән дан тотҡан. Ошо ерҙәрҙә тәпәй баҫҡан бик күп кешеләр Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә илебеҙгә хеҙмәт итеп йәшәйҙәр. Тыуған төйәгендә ҡалып, үҙ ауылына, үҙ халҡына хеҙмәт иткән шәхестәребеҙ ҙә күп. Шулай уҡ, был яҡтарҙың тәбиғәтенә ғашиҡ булып, ситтән килеп урынлашҡан һәм ауылдың яҡты киләсәге өсөн барлыҡ көстәрен түккән шәхестәребеҙ ҙә бар. Улар - Фартуковтар ғаиләһе.

Нуғай ауылы бик үҙенсәлекле урында урынлашҡан. Бейек ҡая аҫтынан тәмле, йомшаҡ һыулы шишмә сыға. Ике яҡтан ике йылға ағып ята, эргәлә генә быуа бар. Тирә - яҡта урман менән ҡапланған тауҙар. Ерҙәр уңдырышлы, баҡса үҫтерергә, мал тоторға, ҡош-ҡорт үрсетергә бик уңайлы.
Сүрәкәй - бик боронғо ауыл. Элек-электән ул үҙенең көслө, уҡымышлы мулла-мәзиндәре менән дан тотҡан. Ошо ерҙәрҙә тәпәй баҫҡан бик күп кешеләр Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә илебеҙгә хеҙмәт итеп йәшәйҙәр. Тыуған төйәгендә ҡалып, үҙ ауылына, үҙ халҡына хеҙмәт иткән шәхестәребеҙ ҙә күп. Шулай уҡ, был яҡтарҙың тәбиғәтенә ғашиҡ булып, ситтән килеп урынлашҡан һәм ауылдың яҡты киләсәге өсөн барлыҡ көстәрен түккән шәхестәребеҙ ҙә бар. Улар - Фартуковтар ғаиләһе.
Иван Иванович менән Флорида Шарифулловна Фартуковтар бынан егерме йылдар элек Нуғай ауылында нигеҙ ҡоралар. Белоруссия ерҙәрендә тыуып үҫкән билдәле рәссам Иван Иванович был яҡтарға аяҡ баҫыу менән бер ниндәй икеләнеүһеҙ ошо ауылды һайлай. Үҙенең картиналарында тәбиғәт, ябай кешеләрҙең күңел матурлыҡтарын сағылдыра. Әлеге мәлдә ул дәртләнеп, картиналары галереяһын асыу уйы менән янып йөрөй. Бәләкәй генә ауылда галерея буласаҡ - мөғжизә түгелме был!? Әлбиттә, мөғжизә!!!
Флорида Шарифулловна - юғары белемле, аҡыллы, изге күңелле ҡатын. Ул заманында Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙа депутат булып, халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн бик күп изге эштәр башҡарған кеше. Бынан тыш, Флорида апай Өфө ҡалаһындағы полиграфистар әҙерләүсе 1-се һанлы лицей директоры булып та эшләне. Ошо осорҙа ул әллә күпме үҫмергә тормош юлында үҙ һуҡмағын табырға, ә яңылыш юлдан киткәндәргә яңынан дөрөҫ юлға аяҡ баҫырға ярҙам итте.
Бөгөнгө көндә Флорида Шәрифулловна ла, Иван Иванович та хаҡлы ялдалар. Үҙҙәре төҙөп сыҡҡан әкиәт һарайындай йорттарында бик матур итеп йәшәп яталар. Иҫ киткес бай, күркәм баҡса үҫтерәләр. Нимә генә юҡ унда! Баҡсалағы матурлыҡтан, байлыҡтан күҙҙәр ҡамаша.
Фартуковтар ғаиләһе - ауылыбыҙҙың терәге, таянысы. Һәр эштә лә, һәр башланғыста ла улар - халыҡ өсөн ҙур кәңәшсе. "Айыҡ ауыл" конкурсы барышында ла халыҡҡа бик ҙур ярҙамдары тейә Фартуковтар ғаиләһенең. Ҡайҙа аҡыллы кәңәштәрен бирәләр, ҡайҙа документтар тултырыу эшен үҙ ҡулдарына алалар. Бына әле лә улар ауылдаштары менән осрашып, бәләкәй генә кәңәшмә уҙғарып алдылар. Конкурс барышында эшләнгән эштәрҙең ыңғай һәм кире яҡтарын күрһәтеп, тағы нимәләр эшләргә кәрәклеген билдәләп, булған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләп, оҙаҡ ҡына әңгәмәләштеләр.
Ауыл халҡына күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт уларға!
Читайте нас: