Ғәйшәнең бик сәйер ғәҙәте бар. Ул да булһа ләстит һатырға ярата. Хеҙмәттәштәре уны “радио” тип йөрөтәләр үҙ-ара. Етмәһә, яратҡан әйтеме лә бар: “Эш бүре түгел, урманға ҡасмай”.
Иртүк, кабинетҡа инеү менән хәл-әхүәлдәр белешкәс, унан, бынан, тегенән йыйылған хәбәрҙәрен ентекле рәүештә тапшыра башлай, пландарын барлай. Мәҫәлән, кибеткә барһағыҙ, фәлән супермаркетҡа инегеҙ, унда аҙна буйы акция бара, ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә утыҙ процентҡа ҡәҙәр ташлама. Унан ғына һатып алығыҙ. Киләһе яҙға ҡыярҙың шул сортлыһын ултыртһағыҙ, өлгөрөп еткәс, әсе булмай. Ял итәһегеҙ, дауаланаһығыҙ килһә, ике лә уйламай “Янғантау” шифаханаһына барығыҙ. Танышым Рәзинә әй маҡтаны, хаҡы ла бик “тешләшмәй” икән. Хатта миңә лә кәңәш итте, Аллаһы бирһә, барып ҡайтам әле, персоналдары ла һәйбәт икән.
Компьютерҙы тоҡандырғас, иң беренсе булып интернет селтәренә инеп “һары” яңылыҡтар менән таныша, параллель рәүештә әхирәте менән телефондан уртаҡлаша.
Сәй эсеүҙәр уның “ялҡыттырғыс” эш сәғәтендә бик күп ине. Үҙенең абруйлы уй-фекерҙәре, донъяла булған хәл-ваҡиғалар, шоу-бизнес өлкәһендәге шау-шыуҙар, хистәрҙе нисек итеп “тышаулау”ға ҡағылған темалар тураһында ла таныштыра. Уларҙы ул, кемдәндер ишеткән, йә телевизорҙан ҡараған.
Корпоратив ваҡытында Ғәйшәнең “әүҙемлеге” нығыраҡ асылды. Был ваҡытта, үҙе иғтибар үҙәгендә ине. Ир-аттар уның холҡон яҡшы беләләр, шаяртырға булдылар. Булмағанды бар итеп сәбәп уйлап таптылар. Етди төҫкә инеп, Ғәйшә эргәһендә һөйләнеләр: “Бер кемгә лә әйтмә, үҙеңдә генә ҡалһын”, – тип тә өҫтәнеләр. Ике көн үткәс, “өйрәк” йәмәғәтселектең “милке” ине.
Оҙаҡҡа һуҙылманы, етәкселек Ғәйшәбеҙҙе “келәмгә” саҡырҙы. Һәм уның тиҙерәк төҙәлеүен, башҡаса бындай хәлдең ҡабатланмауын талап итте. Премияһынан ҡолаҡ ҡаҡты. Аҙ һөйләп, күп эшләргә кәрәклеген дә аңлаттылар, ни өсөн тигәндә, эштең дә урманға ҡасыуы ихтимал...