Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 14:33

МИЛЛӘТ ҠОТО – ЙОЛАЛАРҘА

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың төп байрамдарының береһе. Ишембай ауылында Зилә Шәйәхмәтова ғаиләһендә үткән ҡаҙ өмәһе йолаларға ярашлы итеп уҙғарылды.

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың төп байрамдарының береһе. Ишембай ауылында Зилә Шәйәхмәтова ғаиләһендә үткән ҡаҙ өмәһе йолаларға ярашлы итеп уҙғарылды.
Уңған хужаларҙың йортонда быйыл ҡаҙҙар ҙур, матур булып үҫкән. Бәпкәләрҙе ҡаҙ итеп үҫтереү өсөн ҙур тырышлыҡ талап итә. Бөтмөр хужалар өмәгә туғандарын саҡырҙы. Ир-егеттәр ҡош-ҡортто һуйып бирһә, апайҙар ярыша-ярыша ҡаҙҙарҙы матур итеп таҙҙарты, төрлө-төрлө моңло йырҙар йырланы, үҙ-ара аралашып, күңел асты. Һуңынан башҡорт милли кейемдәре кейгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, йылға буйына төштө. Уларға гармун тотҡан ир-егеттәр ҙә эйәрҙе. Юл буйына апайҙар моңло йырҙар һуҙҙы. Эш бөткәс, өмәлә ҡатнашыусылар ҡаҙ итен ауыҙ итте. Байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамынан һәр кем күтәренке кәйеф менән таралды.
Читайте нас: