Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2020, 23:58

ҠЫШ БАБАЙҘАР ҺӘМ ҠАРҺЫЛЫУҘАР ПАРАДЫ

Бөгөн ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар бәйгеһе үтте.Конкурста төрлө ауылдарҙан 8 пар ҡатнашты.

Бөгөн ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар бәйгеһе үтте. Конкурста төрлө ауылдарҙан 8 пар ҡатнашты.
Яңы йыл алдынан дүртенсе тапҡыр үткәрелгән конкурс быйыл ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар парадынан башланды. Улар Малаяҙ ауылының “Бишенсе тәгәрмәс” автосервисы эргәһенән ҡуҙғалып, Коммунистик, СССР-ҙың 60 йыллығы, Октябрь урамдары буйлап район мәҙәниәт йорто майҙанына тиклем килде.
Үҙәк майҙанда ҡышҡы байрамды асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов парадта һәм конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
Ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар бәйгеһендә Әлкә, Лаҡлы, Малаяҙ, Мәсетле, Мөрсәлим ауылдарынан һигеҙ пар ҡатнашты. Улар ижади, уйын ойоштороу конкурстарында сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Лаҡлы ауылы Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы еңеү яуланы.
(Был сара тураһында тулыраҡ репортажды“Йүрүҙән” гәзитендә уҡығыҙ).
Читайте нас: