Бөтә яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 19:45

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө#Эшләрбеҙ2020” акцияһында ҡатнашты

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте идаралығы аппараты һәм филиалдары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда, Курған һәм Силәбе өлкәләрендә “ Бөтә донъя таҙалыҡ көнө#Эшләрбеҙ2020” акцияһында ҡатнашты.

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте идаралығы аппараты һәм филиалдары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда, Курған һәм Силәбе өлкәләрендә “ Бөтә донъя таҙалыҡ көнө#Эшләрбеҙ2020” акцияһында ҡатнашты.
“Эшләрбеҙ!” Бөтә донъя таҙалыҡ көнө – ул ирекмәндәр акцияһы. Маҡсаты – йәмғиәтте, дәүләтте, киң мәғлүмәт сараларын һәм бизнесты илде сүп-сарҙан таҙартыуға һәм таҙалыҡты һаҡлауға берләштереү. Иғтибар тәбиғәт биләмәләрен: урмандар, яландар, һыу ятҡылыҡтары ярҙарын йыйыштырыуға бирелә. Сүп-сарҙы, мөмкин булған ерҙә, ҡалдыҡтарға айырып йыйыу ойошторола.
Арлан нефть үткәреү идаралығының 40-тан ашыу хеҙмәткәре филиал идаралығы аппараты бинаһы, “Ҡалтасы” һәм “Саҡмағош” линия производство-диспетчер станциялары (ЛПДС), Күтәрем, Саҡмағош һәм Андреевка ауылдарындағы “Андреевка” нефть продукттарын һурҙырып ағыҙыу станцияһы (НПС) эргәһендәге биләмәләрҙә экологик өмәләр уҙғарҙы. 200 килограмдан ашыу сүп-сар, ҡоро үлән һәм ағас ботаҡтары йыйылды.
Черкассы нефть үткәреү идаралығы, Аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралығы эшселәре Өфөнөң Еңеү паркында өмә үткәрҙе: Дежнев баҫҡыстарын таҙартып, парк биләмәһендәге сүпте йыйыштырҙылар. Зубово ауылы халҡы, Өфө районы хакимиәте һәм хужалыҡ идаралығы вәкилдәре менән берлектә Өфө – Шишмә юлы буйын һәм Өфө районының Нижегородка ауылында Дим йылғаһы ярын таҙарттылар. “Оло Тәләк” ЛПДС-ы хеҙмәткәрҙәре Иглин районының Ауструм ауылы үҙәк майҙанына 30 төп ағас ултыртыуҙа ҡатнашты, “Кропачево” ЛПДС-ы коллективы ағзалары магистраль нефть үткәргестәре һыу аҫтынан үткән урында Эҫем йылғаһы ярындағы сүп-сарҙы йыйҙы. Өфө ҡалаһының Таш кисеү тирәһендәге Ҡариҙел йылғаһы ярын да сүптәрҙән таҙарттылар.
Туймазы нефть үткәреү идаралығы эшселәре производство объекттарына, шулай уҡ филиалдың административ бинаһына яҡын биләмәне йыйыштырҙы: идаралыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәре Туймазы ҡалаһының Горький урамындағы сүптәрҙе йыйҙы, “Собханғол” ЛПДС-ы һәм “Собханғол ПП” НПС-ы коллективы ағзалары станция янынан үткән юл буйы биләмәһен таҙартты. “Салауат” ЛПДС-ы персоналы Ағиҙел йылғаһы ярындағы 1,5 километр арауыҡтағы урман буйын сүп-сарҙан йыйыштырҙы, ә “Шпаково” НПС-ы эшселәре Сухоречка ауылы паркының сүптәрен таҙартып алды. “Мораҡ” НПС-ы хеҙмәткәрҙәре Мораҡ ауылынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына тиклем юлды йыйыштырҙы, технологик транспорт, махсус техника һәм производство хеҙмәтләндереү базаһы эшселәре Собханғол ауылының Төҙөлөш урамында таҙалыҡ булдырҙы.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең Силәбе һәм Курған өлкәләрендә урынлашҡан подразделениеларынан да тиҫтәләгән эшсе шәмбе өмәләренә сыҡты.
Экологик акцияла “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең 250-нән ашыу хеҙмәткәре ҡатнашты, сүп йыйыу һәм сығарыуға бер нисә берәмек техника йәлеп ителде. Өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн шәхси һаҡлағыс саралары ҡулланды, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәне.
Читайте нас: