Салауат районы Советына депутаттар һайлайбыҙ. Һайлау участкалары иртәнге 7.00-нән асыҡ.
Урмансы ауылында район Советының 15-се Тирмән һайлау округы буйынса тауыш биреү бара. Иң беренсе булып һайлауға Вадим Ишмөхәмәтов килде. Иң йәш һайлаусы Данил Шәймырҙин булһа, иң өлкәндәре – Сәүиә Мирхәйҙәрова һәм Ғәлиә Хөрмәтуллина.
Пандемия менән бәйле, 2789-сы участка һайлау комиссияһында ла эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары күрелә. Һайлаусыларҙың ишек алдынан уҡ тән температураһы үлсәнә, ҡулдары антисептик менән эшкәртелә. Участка бүлмәһендә социаль дистанция һаҡлау, тауыш биреүселәрҙе икенсе ишектән сығарыу ойошторолған.
Һайлау бөгөн Салауат районының барлыҡ 44 участкаһында ла үтә. Тауыш биреү 21.00 сәғәткә тиклем дауам итә.