Почтальондар хеҙмәте бөгөн дә халыҡ өсөн актуаль. Уларҙы һәр йортта көтөп алалар. Хәҙер заман башҡа, нисек теләйһең, шулай аралашаһың, компьютер, телефон аша түләүҙәрҙе башҡараһың. Шулай ҙа почта хеҙмәтенең бәҫе китмәй. Әле лә ул иң әүҙем эшләүсе хеҙмәттәрҙең береһе булып ҡала.
Малаяҙ почта бүлексәһендә лә иртәнән халыҡ бихисап. Кемдер коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, посылка ебәрә, кәрәк-яраҡ тауар һатып алыусылар ҙа ошонда.
Оператор Нажиә Шәрәфетдинова быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса төньяҡ-көнсығыш райондары араһында иң яҡшы оператор булып танылды. Эшенә һәр ваҡыт яуаплы, намыҫ менән ҡараған Нәжиә Ишмырҙа ҡыҙы халыҡ күңелен күптән яулаған.
Ул Иҙрис ауылында тыуып үҫкән, Бөрө кооператив техникумында белем алып, бухгалтер һөнәрен үҙләштергән. Почта хеҙмәтендә 2008 йылдан алып хеҙмәт итә. Оператор булып эшләүенә лә – 9 йыл. Клиенттар уның эшенән ҡәнәғәт, сөнки һәр бер эште ул еренә еткереп башҡара. Өйөндә лә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй. Тормош иптәше менән бер ул үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
– Хеҙмәтем нисек кенә ауыр булһа ла зарланмайым. Эшемә ҡыуанып киләм, ауылдаштарыма ярҙам итә алыуыма һөйөнәм. Район халҡы почта хеҙмәтен теләп файҙалана. Тимәк, хеҙмәтебеҙ кәрәк һәм беҙ быға бик шат, – ти Нәжиә Ишмырҙа ҡыҙы.