Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2020, 12:13

Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк...

Йәй. Уның тап уртаһына ла килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Көндәр шулай йәйге ығы-зығы, мәшәҡәттәр менән үтә шул. Бына еләктең дә ваҡыты уҙып бара.

Йәй. Уның тап уртаһына ла килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Көндәр шулай йәйге ығы-зығы, мәшәҡәттәр менән үтә шул. Бына еләктең дә ваҡыты уҙып бара.
Бер үк ваҡытта ҡайын, ер, ҡурай еләктәре, көртмәле өлгөрә. Берәүҙәр әле баҡсаһындағыһын сүпләһә, икенселәр иһә урмандан йыйып алып ҡайтып, һатырға ла сығара.
Был аҙнала Малаяҙ ауылындағы шаршамбы баҙарында емеш-еләк һатҡандар башҡа йылдарҙан кәм түгел ине. Мәҫәлән, Башҡорт Илсекәйенән килгән бер ханым көртмәле тәҡдим итте. 5 литрлыҡ биҙрәне 2 меңгә һата. Сыбаркүл ауылынан бер ғаилә ер еләге, ҡыҙыл ҡарағат, баҡса еләге һатырға килтергәйне. Хаҡтары быйыл күпкә ҡиммәт. 5 литрлыҡ биҙрәлә ер еләгенең, ҡыҙыл ҡарағаттың хаҡы – 1000 һум, ҡара ҡарағаттыҡы – 1500 һум. Ә ҡайын еләге 2000 һум тора. Ырымбурҙан килтерелгән сейәнең 5 литрын 500 һумға һаталар ине. Бына шулай баҙарҙа хаҡтар. Мәлендә аҡса эшләп ҡалырға була. Иренмә генә.
Гөлшат ШӘМСЕТДИНОВА.
Читайте нас: