Бөтә яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 18:19

АҠ ХАЛАТЛЫЛАРҘЫ ТӘБРИКЛӘНЕЛӘР

Быйыл байрам үҙенсәлекле шарттарҙа Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы ихатаһында уҙғарылды.Махсус саҡырылған ҡунаҡ – йәш популяр йырсы, яҡташыбыҙ Рәдиф Зарипов аҡ халатлыларҙы ҡотлап, уларға моңло йырҙарын бүләк итте.

Быйыл байрам үҙенсәлекле шарттарҙа Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы ихатаһында уҙғарылды. Майҙан матур итеп шарҙар менән биҙәлгәйне, уртаға ҡыҙыл балаҫ түшәлгәйне.
Табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, үҙәк дауахана баш врачы Айһылыу Изместьева ҡотланы.
Махсус саҡырылған ҡунаҡ – йәш популяр йырсы, яҡташыбыҙ Рәдиф Зарипов та аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, уларға моңло йырҙарын бүләк итте. Район мәҙәниәт йорто артистары ла концерт ҡуйҙы, табиптар үҙҙәре лә хор менән сығыш яһаны.
Бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә республика наградалары, район һәм дауахана хакимиәте, профсоюз ойошмаһы Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды (Тулыраҡ “Йүрүҙән” гәзитенең киләһе һанында уҡығыҙ).
Читайте нас: