Салауат районы халҡы үҙизоляции осоронда тәмлекәстәр бешереп, ғаилә ағзаларын һыйлай. Лаҡлы ауылынан Зарема Хәбибуллина өләсәһе Рима Фәзулллина менән төрлө аш-һыу бешерә. Зарема бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан төрлө бөйөрөктәр, бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡош теле бешереп, дуҫтарын, таныштарын һоҡландыра. Яңыраҡ ҡыҙсыҡ өләсәһе менән уратма бешергән.