Бөтә яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 14:21

ҮҘИЗОЛЯЦИЯ ОСОРОНДА ҺОҠЛАНҒЫС ӘЙБЕРҘӘР ЭШЛӘЙ

Әлкә ауылы оҫтабикәһе Флүрә Исмәғилева ваҡытты файҙалы уҙғара

Үҙизоляция осоро - өйҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырыр мәл түгел. Ә һәләттәреңде асыу һәм үҫтереү, яратҡан шөғөлөң менән булыу, яҡындарың менән ваҡыт уҙғарыу, файҙалы эш менән шөғөлләнеү, һаулығыңды нығытыу ваҡыты. Райондаштарыбыҙ ҙа буш ваҡыттарын файҙалы уҙғара.

Әлкә ауылы оҫтабикәһе Флүрә Исмәғилева мәктәптә эшләй. Ул буш ваҡытын яратҡан шөғөлөнә бүлә. Фантазияға бай ҡатын нәмәгә генә тотонмаһын бар әйбер һоҡланғыс ижад өлгөһөнә әүерелә. Алтын ҡуллы Флүрә апай районда тәүгеләрҙән булып милли биҙәүестәр, кейем өлгөләрен эшләү техникаһын үҙләштерә. Ул эшләгән сағыу биҙәүестәр, түшелдеректәр үҙенсәлекле, матур килеп сыға. Шулай уҡ ул изолонды ҡулланып, яҡтыртҡыстар (светильник), сәскәләр яһай.
Читайте нас: