Республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, ай һайын кәмендә ике тапҡыр предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре тышҡа сығып, үҙҙәренең биләмәһен һәм уға яҡын урындарҙы таҙартырға тейеш. Районыбыҙҙың ауыл биләмәләре “Таҙалыҡ көнө” сиктәрендә өмә ойоштороп, тирә-яҡты таҙартыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Салауаттар урамда туҙып ятҡан сүп-сарҙы йыйҙы, тирә-яҡта ятҡан боҙло ҡарҙы таҙарты, урам һеперҙе, ҡороған ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡырҡты һ.б. эштәр башҡарҙы.
Был таҙалыҡ көндәре районда даими рәүештә үтәсәк. Ул Зауыҡлы биләмәләр йылында ғына түгел, ә йыл һайын дауам итәсәк.