“Шайтан-көҙәй” тирмәләр кемпингында аш-һыу фестивале үтте. Бындай фестиваль тәүгә ойошторолуға ҡарамаҫтан, ул бик уңышлы килеп сыҡты. Башҡорт аш-һыу оҫталары Илзиә Баһауетдинова, Сәғирә Баһауетдинова, Элвира Ғәйфуллина бауырһаҡ бешереү буйынса ярышты. Бар конкустарға ла приздар тапшырылды.
Әлиә Исмәғилева соҡор-таба бешереү нескәлектәренә өйрәтһә, Римма Ғәйфуллина ҡоймаҡ бешереү серҙәрен асты. Сараға килеүселәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.