Бөтә яңылыҡтар
9 Март 2020, 10:42

“Мартаны кәләш итеп алам”

“Ҙурайғас, Мартаны кәләш итеп алам да, балаларыбыҙға Йәмил һәм Оксана тип исем ҡушасаҡбыҙ!”

“Һеңлекәш” фильмының төп ролдәрен башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофеева араһында осҡон ҡабынған. Улар бәйләнеште өҙмәй, әле лә күрешеп тора, социаль селтәрҙәрҙә әүҙем аралаша икән.
Әйткәндәй, уларҙың тормошон Instagram селтәрендә әсәләре яҡтыртып тора. Унда Арыҫлан менән Мартаның бергә төшкән фотолары йыш осрай. Шундай фотоларҙың береһендә Арыҫлан Ҡырымсурин Мартаны үҫкәс, кәләш итеп аласағын әйтә. “Ҙурайғас, Мартаны кәләш итеп алам, ә балаларыбыҙға Йәмил һәм Оксана тип исем ҡушасаҡбыҙ!”, - тип яҙылған унда.
Читайте нас: