Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 20:03

МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ КҮРҺӘТӘЙЕК

Быйыл Урмантау ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнаша.Уға ярашлы мәктәпкә мебель, спорт инвентары һәм техник уҡыу саралары һатып алыу ҡарала.

Быйыл Урмантау ауылы халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнаша. Уға ярашлы мәктәпкә мебель, спорт инвентары һәм техник уҡыу саралары һатып алыу ҡарала.
2019 йылдың 28 октябрендә үткән йыйылышта ауыл халҡы, ошо программаны ғәмәлгә ашырып, мәктәпкә финанс ярҙамы күрһәтергә булды. Белем усағы асылғандан бирле уның матди базаһы яңыртылғаны юҡ. Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар Урмантау ауылы халҡына бик рәхмәтле.
Йыйылышта туғыҙ кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Уларға төп ойоштороу-аңлатма эшен алып барыу бурысы тора. Кисә, 27 февралдә, тағы ла ошо мәсьәлә буйынса йыйылыш үткәрҙек. Беҙ, үҙебеҙҙең проектыбыҙ конкурстан үтеп, Урмантау ауылы халҡы, бағыусылар, ситтәге яҡташтар был башланғысты әүҙем хуплар, тип ышанабыҙ.

Гөлнара СӘҒӘҘИЕВА, инициатив төркөм етәксеһе.

Читайте нас: