Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 18:05

Ынйы ҡыш

Бер тынып, бер буранлап,Яуҙы ҡар төн туҡтамай.Ҡайҙа ҡарама – бар ерҙе Ҡалын-ҡалын көрт ҡамай.Күпереп ятҡан ҡарҙанАтлайым тап-тар юлдан,Тар һуҡмаҡтан, тим үҙемә,Бер үк ситкә тайпылма.

Бер тынып, бер буранлап,
Яуҙы ҡар төн туҡтамай.
Ҡайҙа ҡарама – бар ерҙе
Ҡалын-ҡалын көрт ҡамай.
Күпереп ятҡан ҡарҙан
Атлайым тап-тар юлдан,
Тар һуҡмаҡтан, тим үҙемә,
Бер үк ситкә тайпылма.
Ҡыйыш баҫып, аяҡтарың
Тубыҡтан көрткә сумыр,
Көрттө йырып сыҡҡансы
Быймаларға ҡар тулыр.
Уңға, һулға яҙа баҫмай
Юлдан нисек йөрөргә?
Шаян борма шишмә кеүек
Йүгерә һуҡмаҡ, йүгерә...
Һис туҡтамай яуа ҡар,
Урмандар, ҡырҙар ап-аҡ,
Сихри әкиәт донъяһына
Оҡшап ҡалды тирә-яҡ.
Ҡар һалған аҡ ялан
Мең осҡондар балҡышы,
Гүйә, йондоҙҙар яуған,
Һаумы, һаумы, ынйы ҡышым!
Читайте нас: