Бөгөн, 7 февралдә, Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһында Шайтан-Көҙәй башҡорт ырыуҙары вәкилдәре осрашыуы бара.
Сарала Салауат районы делегацияһы ла ҡатнаша. Йөкмәткеле программа көтөлә. Делегация составында 32 кеше. Уға район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева етәкселек итә. Шулай уҡ Шайтан-Көҙәй ырыуына ҡараған Ишембай һәм Әлкә ауыл биләмәләре вәкилдәре һәм ағинәйҙәр ҡатнаша. Билдәле булыуынса, был ырыу вәкилдәре Иглин, Нуриман, Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ, Иван-Ҡатау, Сим, Минйәр, Әшә ҡалаларында йәшәй.