Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы студенттары Ҡыйғы районындағы ДОСААФ-та шулай күнекмә үтә. Улар, ысын хәрби техникаға идара итеп, ғәмәлдә машиналарҙы йөрөтөү оҫталығын нығыта.
– Егеттәрҙе беҙ МТ-ЛБ* машинаһы һәм "КамАЗ", "Урал" автомобилдәре базаһындағы хәрби техникала йөрөргә өйрәтәбеҙ. Унда "автомеханик" һөнәрен үҙләштереүсе 12 студент шөғөлләнә. Улар – барыһы ла сығарылыш курсынан, быйыл яҙ әрмегә алына торған егеттәр. Был учениелар хәрби хеҙмәткә китер алдынан уларға, ауыр техникаларҙа йөрөп, һөнәр оҫталыҡтарын нығытырға мөмкинлек бирә, – ти филиал директоры Рәфис Ғибаҙуллин.
Егеттәрҙе аҙна һайын колледж уҡытыусыһы Рөстәм ХӨСНУЛЛИН күрше районға ялан шарттарында күнекмә үтергә йөрөтә.
МТ-ЛБ* – многоцелевой транспортёр-тягач лёгкий бронированный.