Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2020, 14:30

КЕЙЕҘ БАҪЫУ ОҪТАҺЫ

Малаяҙ ауылынан Миләүшә Бикмееваның үҙенсәлекле шөғөлө бар. Оҫта ҡуллы ҡатын кейеҙ баҫыу менән мауыға.Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе. Ул әле лә онотолмай, киреһенсә, өйрәнергә теләүселәр һаны артҡандан-арта ғына.  – Кейеҙҙе ике төрлө баҫыу юлы бар. Беренсеһе – ҡоролай, йәғни махсус энә менән төрткөләп баҫып, йомшаҡ уйынсыҡтар яһайҙар, ә һыулап түшәк, быймалар баҫырға мөмкин. Һарыҡ йөнөн башта тетеп, йәйеп һалалар ҙа, өҫтөнә һабындың иҙмәһен һибәләр. Йылы һыу ҡойоп, уны тәгәрәтәләр һәм әҙер булғас, һалҡын һыуҙа сайҡатып алалар ҙа киптерәләр, - тип кейеҙ баҫыу серҙәрен аса Миләүшә Бикмеева.

Малаяҙ ауылынан Миләүшә Бикмееваның үҙенсәлекле шөғөлө бар. Оҫта ҡуллы ҡатын кейеҙ баҫыу менән мауыға.
Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе. Ул әле лә онотолмай, киреһенсә, өйрәнергә теләүселәр һаны артҡандан-арта ғына. 
Кейеҙҙе ике төрлө баҫыу юлы бар. Беренсеһе – ҡоролай, йәғни махсус энә менән төрткөләп баҫып, йомшаҡ уйынсыҡтар яһайҙар, ә һыулап түшәк, быймалар баҫырға мөмкин. Һарыҡ йөнөн башта тетеп, йәйеп һалалар ҙа, өҫтөнә һабындың иҙмәһен һибәләр. Йылы һыу ҡойоп, уны тәгәрәтәләр һәм әҙер булғас, һалҡын һыуҙа сайҡатып алалар ҙа киптерәләр, - тип кейеҙ баҫыу серҙәрен аса Миләүшә Бикмеева.
Читайте нас: