Ҡырағай хайуан шәхси ихатаға инеп эткә ташланған.
Бындай хәл Әй һәм Гусевка ауылдарында теркәлген. Гусевка ауылындағы эт экспертизаға ебәрелгән. Район ветстанцияһы начальнигы Тимур Камалетдинов хәбәр итеүенсә, ул эткә прививка эшләнгән булған. Әй ауылында иһә эт бәлиғ булмаған баланы тешләгән. Төлкө йә башҡа ҡырағай хайуандарҙың ауылға инеү осраҡтары булһа, урындағы ветеринария хеҙмәтенә, ветеринар инспекторҙарға хәбәр итергә кәрәк.
Ҡотороу – тәбиғи сығанаҡлы айырыуса хәүефле йоғошло сир. Сирле йәнлек тешләгәндә уның һеләгәйе аша йоға. Ҡотороу вирусынан хайуандарҙың һәм кешенең мейеһе шешенә. Сир сығанағы булып ҡырағай хайуандар (төлкө, бүре, енот эте һ.б.) ғына түгел, эйәһеҙ һәм ҡарауһыҙ эт-бесәйҙәр ҙә тора ала. Ҡоторонған йәнлек абайлыҡты юғалта һәм ныҡышып тауыш сыҡҡан урынға яҡын килә. Һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ!