Яңы Сүрәкәй ауылында Хәлиловтар ғаиләһе йыл һайын Яңы йылға йорт алдарында ошондай ҡышҡы матурлыҡ тыуҙыра.
Унда ҡарҙан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, 2020 йыл мөсәле билдәһе – Ҡомаҡ һындары яһалған. Тағы ла 20 (!) метрҙан ашыу оҙонлоҡҡа балаларға тау эшләгәндәр.
– Был ҡышҡы матурлыҡты Владик еҙнәм һәм Минзифа апайым Хәлиловтар, Зәфирә апайым Сәмиғуллина булдырҙы. Әлбиттә, уларға балалары ла ҡайтып ярҙам итте. Апайымдар йыл һайын Яңы йылға шулай матур итеп әҙерләнә, – тип хәбәр итте һеңлеләре Роза Ғәлимова.
Ә кистәрен, гирляндаларын ҡабыҙып ебәрһәләр, бында, гүйә, ҡышҡы әкиәт донъяһы!