Иҙрис ауылы эргәһендәге Шайтан-Көҙәй тирмәләр кемпингыһы халыҡты “Cалауат саңғыһы”на саҡыра. Теләгән һәр кем унда барып, әҙер юлдан саңғыла шыуа (саңғы булмаһа, уны прокатҡа алырға була), тауҙан ватрушкаларҙан төшә ала. Һуңынан йылы тирмәләргә инеп, унда төрлө үләндәр ҡушылған сәй эсергә лә мөмкин. “Cалауат саңғыһы”на рәхим итегеҙ!