Бөтә яңылыҡтар
2 Ғинуар 2020, 00:28

Йорто ла, эш урыны ла – байрамса!

Мөрсәлим ауылынан Гөлсинә Исламғазина Яңы йылды матур итеп, зауыҡ менән ҡаршылаған. Ул үҙенең фотоһүрәттәрен беҙгә ебәрҙе.

Мөрсәлим ауылынан Гөлсинә Исламғазина Яңы йылды матур итеп, зауыҡ менән ҡаршылаған. Ул үҙенең фотоһүрәттәрен беҙгә ебәрҙе.
Тыуған ауылы Яҙғыйорттағы әсәһенең йорто алдына ҡарҙан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Ҡар бабай, шыршы, былтырғы йыл билдәһе – Сусҡа һәм быйылғы йыл мөсәле хужаһы – Сысҡан һындарын әүәләп, уларҙы буятып ҡуйған. Гөлсинә апайға был эштә ҡыҙы Эвелина ихлас ярҙамлашҡан. Өй алдын матур ҡышҡы һындар биҙәһә, кискеһен йортта төрлө төҫлө гирляндалар емелдәй.
Гөлсинә Исламғазина Мөрсәлим амбулаторияһындағы эш урынын да байрамса биҙәп ҡуйған. Ул – дауахананың шәфҡәт туташы. Бында бер мөйөшкә камин макеты ҡоролған, эргәһенә уйынсыҡтар, бүләктәр һалынған. Әлбиттә, шунда уҡ пластик шешәләрҙән яһалған сысҡандар ҙа ята.
Читайте нас: