Бөтә яңылыҡтар
2 Ғинуар 2020, 04:32

Нимә иҫтә ҡалды, яңы йылда ни көтә?

Хакимиәт башлығы Марс КАШАПОВ Яңы йыл ҡотлауында 2019 йылдың сағыу ваҡиғаларын барлап, быйыл көтөләсәк мөһим саралар тураһында һөйләне.Төрлө ваҡиғаларға бай булған уҙған йыл яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар эстафетаһын килеп еткән яңы йылға тапшырыуын билдәләне район етәксеһе.

Хакимиәт башлығы Марс КАШАПОВ Яңы йыл ҡотлауында 2019 йылдың сағыу ваҡиғаларын барлап, быйыл көтөләсәк мөһим саралар тураһында һөйләне.
Яңы 2020 йылға аяҡ баҫыуыбыҙға бер тәүлек ваҡыт үтте. Кисә төнгө икелә хакимиәт башлығы Марс Кашапов райондаштарҙы Малаяҙ ауылындағы үҙәк майҙанда ҡотланы.
– Ҡәҙерле салауаттар, хөрмәтле дуҫтар! Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән яңы 2020 йыл менән ҡотлайым! Үткән йыл сараларға бай булды. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән күп эштәр башҡарылды, – тине ул үҙенең сығышында. – Районыбыҙҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары, юлдар төҙөлөшө бара. Өйҙәргә газ керә башланы. Эштәребеҙ алға бара һәм шулай булһын да. Быйылға планлаштырылған эштәр тормошҡа ашһын! Һәр яңы йыл беҙ яңы уңыштар һәм бәхет көтәбеҙ. 2020 йыл яҡты миҙгелдәр, сикләнмәгән уңыштар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар йылы булһын!
Марс Фәррәх улы әйтеүенсә, дөйөм көс һәм яйға һалынған эш менән генә яҡшыға өлгәшергә мөмкин.
– 2019 йыл илебеҙҙә Театр йылы булһа, республикала ул Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Район биләмәһендә Салауат Юлаевтың 265 йыллығы билдәләнде, Бөтә донъя Фольклориадаһы – 2020-гә әҙерлек буйынса бренд саралары уҙғарылды. Уларҙы ойоштороуға һеҙҙең ярҙамығыҙ, хуплауығыҙ булышлыҡ итте.
Мөһим сәйәси ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек. “Янғантау” геопаркын ЮНЕСКО Бөтә донъя геопарктары селтәренә индереү мәсьәләләре буйынса форумда ҡатнашыусы халыҡ-ара кимәлендәге ҡунаҡтарҙы ҡабул иттек.
“Йүрүҙән” Бөтә Рәсәй инвалидтар фестивален ҙурлап үткәрҙек, унда беҙҙең команда лайыҡлы сығыш яһаны. Иҙрис ауылы эргәһендә спелеодистанцияға спорт туризмы буйынса 13-сө Рәсәй Чемпионаты уҙҙы.
Спортсыларыбыҙ ҙа үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрә. 27-се ауыл спорт уйындарында республиканың 42 районы араһында 13-сө урынды биләйбеҙ. Мәктәп уҡыусыларының 21-се Спартакиадаһында ауыл райондары араһында беҙҙең команда беренсе урынды яуланы. Малайҙарыбыҙ мини-футбол буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ауыл командалары араһында икенсе урынды алды.
Батырҙарыбыҙ милли көрәш буйынса республика Чемпионатында уңышлы сығыш яһаны: Азат Фәтҡуллин, Александр Долголеев һәм Наил Мөхәмәтйәнов – беренсе, Илнур Ғайнанов – өсөнсө урында. Ҡазан ҡалаһында үткән чемпионатта Наил Мөхәмәтйәнов беренсе урынды алып, милли көрәш буйынса дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы булды. Ә Салауат ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Үтеп киткән йыл матур еңеүҙәр менән дә иҫтә ҡалды. Диана Шөғәйепова “Һылыуҡай – 2019” республика гүзәллек бәйгеһендә беренсе урынды алды. Аделина Әхмәтшина “Урал аръяғы мисы – 2019” конкурсында беренсе вице-мисс титулын яуланы. Зөһрә Мөхәррәмова “Башҡортостан һылыуы – 2019” титулына эйә булды.
Лағыр ауылының “Бер юл” КВН Юниор лигаһы командаһы ла үҙ уңыштары менән ҡыуандырҙы. Наҙгөл Отузова, Алина Ғафаровалар менән дә ғорурланабыҙ, – тине Марс Кашапов.
Төрлө ваҡиғаларға бай булған уҙған йыл яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар эстафетаһын килеп еткән яңы йылға тапшырыуын билдәләне район етәксеһе.
– 2020 йыл Рәсәйҙә – Хәтер һәм Дан йылы, Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы, тип иғлан ителде. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең – 75 йыллығы, Салауат районы ойошторолоуының 85 йыллығына арналған саралар, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, Бөтә донъя Фольклориадаһы уҙасаҡ. Беҙ барлыҡ бурыстарҙы йырып сығып, ҡуйылған маҡсаттарыбыҙға ирешеребеҙгә ышаныс белдерәм. Яңы йыл һәр йортҡа тыныслыҡ, татыулыҡ, именлек булып килеп инһен! Яңы ҡаҙаныштар, бейеклектәр еребеҙҙе данлаһын! Киләһе йыл уңыштар, бәхет-шатлыҡтар килтерһен, барлыҡ хыялдар тормошҡа ашһын! Яңы йыл менән, хөрмәтле яҡташтар! – тигән изге теләктәр менән ҡотлау телмәрен йомғаҡланы Марс Фәррәх улы.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.

Читайте нас: