Бөтә яңылыҡтар
1 Ғинуар 2020, 18:57

ЯҢЫ ЙЫЛ САЛЮТЫ ОҠШАНЫ!

Салауат районы халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн Яңы йыл төнөндә төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Әлбиттә һәр йылдағыса төп байрам район мәҙәниәт йорто майҙанында үткәрелде. Иң тәүҙә салауаттар һәм ҡунаҡтар “Бер ябай әкиәт” Яңы йыл кисәһен ҡараны. Төнгө сәғәт 12-лә Яңы йыл еткәнен ҡаршы алғандан һуң, район халҡы район мәҙәниәт йорто майҙанына йыйылды. Байрам менән район башлығы Марс Кашапов ҡотлағандан һуң, һауаны салют яҡтыртты. Быйылғы салют бигерәк тә матур булды, ололар ҙа, балалар ҙа һоҡланыуын йәшермәне. Һуңынан сараға килеүселәр “Яңы йыл төнө” күңел асыу программаһында ҡатнашты.

Читайте нас: