Бөтә яңылыҡтар
21 Декабрь 2019, 10:53

Лағырҙар Яңы йылға әҙерләнә

Лағыр ауылы халҡы ла байрамға әүҙем әҙерләнә. Бер төркөм ир-егеттәр йылғанан боҙ килтереп, ауыл советы һәм клубы майҙансыҡтарына боҙ һындар эшләү менән мәжғүл. Был хаҡта Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Ришат Низамов социаль селтәрҙәрҙә белдерҙе.Шулай уҡ ауыл халҡы үҙенең йорт тирәһен дә матур итеп биҙәй, гирляндалар ҡабыҙа. Йыл һуңында “Яңы йылға иң матур биҙәлгән” йортто билдәләп, еңеүсегә приз тапшырыласаҡ.

Лағыр ауылы халҡы ла байрамға әүҙем әҙерләнә. Бер төркөм ир-егеттәр йылғанан боҙ килтереп, ауыл советы һәм клубы майҙансыҡтарына боҙ һындар эшләү менән мәжғүл. Был хаҡта Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Ришат Низамов социаль селтәрҙәрҙә белдерҙе.
Шулай уҡ ауыл халҡы үҙенең йорт тирәһен дә матур итеп биҙәй, гирляндалар ҡабыҙа. Йыл һуңында “Яңы йылға иң матур биҙәлгән” йортто билдәләп, еңеүсегә приз тапшырыласаҡ.
Читайте нас: