Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 12:50

ҠУЛ ЭШТӘРЕ ҺОҠЛАНҒЫС!

5-8 декабрҙә Өфөлә ВДНХ – Экспо майҙансығында VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале уҙа. Сарала республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан төрлө һөнәрселәр ҡатнаша. Был күргәҙмәлә беҙҙең райондан оҫтабикә Лидиә Сәйетғалина ҡатнаша. Урмансы ауылынан булған Лидиә апай күргәҙмәгә үҙе эшләгән ҡурсаҡтар, бәйләнгән ойоҡбаш, балаҫ һәм башҡа күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр ҡуйған. Шулай уҡ милли биҙәүестәр ҙә фестивалгә килеүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын уята. Күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәрҙе һатып алырға ла була.

5-8 декабрҙә Өфөлә ВДНХ – Экспо майҙансығында VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале уҙа.
Сарала республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан төрлө һөнәрселәр ҡатнаша. Был күргәҙмәлә беҙҙең райондан оҫтабикә Лидиә Сәйетғалина ҡатнаша. Урмансы ауылынан булған Лидиә апай күргәҙмәгә үҙе эшләгән ҡурсаҡтар, бәйләнгән ойоҡбаш, балаҫ һәм башҡа күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр ҡуйған. Шулай уҡ милли биҙәүестәр ҙә фестивалгә килеүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын уята. Күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәрҙе һатып алырға ла була.
Читайте нас: