Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 01:25

Тәҙрәләрҙә – Яңы йыл биҙәге

Малаяҙ башҡорт гимназияһында байрам мөхите тыуҙырылған. Тәҙрәләрҙә семәрле ҡышҡы биҙәктәр, класс стеналарына шыршы итеп эшләнгән ялтырауыҡтар йәбештерелгән. Ошо матурлыҡ уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр тырышлығы менән булдырылған.

Малаяҙ башҡорт гимназияһында байрам мөхите тыуҙырылған. Тәҙрәләрҙә семәрле ҡышҡы биҙәктәр, класс стеналарына шыршы итеп эшләнгән ялтырауыҡтар йәбештерелгән.
Ошо матурлыҡ уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр тырышлығы менән булдырылған. Гимназияла байрам алды кәйефе һиҙелә. Балалар хәҙер, тиҙерәк яңы йыл етеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килеүен көтә. Ә иң мөһиме, шуның менән бергә тиҙҙән уларҙың ҡышҡы каникулдары ла башлана.
Хакимиәт башлығы Марс Кашапов оператив кәңәшмәлә етәкселәргә яңы йыл мөхите булдырырға ҡушты. Район үҙәгендәге ҡайһы бер учреждение биналарында гирляндалар емелдәй, шыршылар биҙәлгән – был үҙе бер ҡышҡы матурлыҡ!
Читайте нас: