Бөтә яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 18:40

Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡмағыҙ!

Яңы йыл байрамдары етеүгә лә күп ҡалманы. Байрам кәйефен булдырыу өсөн күптәр өйҙәренә шыршы ултырта.

Яңы йыл байрамдары етеүгә лә күп ҡалманы. Байрам кәйефен булдырыу өсөн күптәр өйҙәренә шыршы ултырта.
Әммә бәғзеләр уны рөхсәтһеҙ урмандан ҡырҡып алып ҡайта.
БР Урман хужалығы министрлығы 31 декабргә тиклем «Шыршы – 2019» ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһын иғлан итте. Ул ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролдә тотоу өсөн уҙғарыла. Операция бары­шында урман инспек­торҙары эске эштәр органдары хеҙмәт­кәр­ҙәре менән бергә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймау маҡ­сатында урман­дарҙы, шыршы ташы­ған транспорт сара­ларын тик­шерә. Рөх­сәтһеҙ ҡыр­ҡылған шыршы­ларҙы һа­тыуға юл ҡуймау өсөн рейдтар үткә­реү күҙаллана.
Ылыҫлы ағастарҙы закон­һыҙ ҡырҡҡан өсөн адми­нистратив яуаплылыҡ, биш мең һумдан ашыу зыян килтерелгән осраҡта енә­йәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған граждандарға – 3–5 мең, вазифалы кешеләргә – 20 – 40 мең, юридик шәхестәргә 200–300 мең һум штраф һалына.
Читайте нас: