Бөтә яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 15:25

Ҡытай геопаркы менән танышалар

Ҡытай геопаркы менән танышалар“Янғантау” геопаркы хеҙмәткәрҙәре Раушания Мөфтәхова һәм Полина Полежанкина Ҡытайҙа стажировка үтә.Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО глобаль геопарктары селтәре яңы ғына эш башлаған геопарктар өсөн стажировка программаһын уйлап тапҡан. Уның сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр башҡа геопарктарҙың эше менән таныша һәм тәжрибә туплай ала.Беҙҙекеләрҙе иһә Ҡытайҙағы “Даньса” геопаркына саҡырғандар. Ике аҙна барышында улар Ҡытай геопаркының тормошо менән танышып, алған белемдәрен үҙебеҙҙең геопаркты үҫтереүҙә ҡулланасаҡ.

Ҡытай геопаркы менән танышалар
“Янғантау” геопаркы хеҙмәткәрҙәре Раушания Мөфтәхова һәм Полина Полежанкина Ҡытайҙа стажировка үтә.
Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО глобаль геопарктары селтәре яңы ғына эш башлаған геопарктар өсөн стажировка программаһын уйлап тапҡан. Уның сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр башҡа геопарктарҙың эше менән таныша һәм тәжрибә туплай ала.
Беҙҙекеләрҙе иһә Ҡытайҙағы “Даньса” геопаркына саҡырғандар. Ике аҙна барышында улар Ҡытай геопаркының тормошо менән танышып, алған белемдәрен үҙебеҙҙең геопаркты үҫтереүҙә ҡулланасаҡ.
Читайте нас: