Бөтә яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 20:55

Борсолорға кәрәкмәй

Бөгөн дауаханаларҙа ҙур ажиотаж тыуҙы. Иртәгәнән водитель таныҡлығына справка алыуы ҡиммәтләнеүе менән бәйле ине ул. “Право”ны алмаштырырға ваҡыт етеп килә. Өлгөрөргә кәрәк, иртәгәнән хаҡ 6 мең һум була, тиҙәр. Справка 700 һум саҡта, алып ҡалайыҡ”, – тип күптәр бөгөн Малаяҙ дауаханаһына сиратҡа барып теҙелде. Ә барыһы ла юҡҡа ғына…

Бөгөн дауаханаларҙа ҙур ажиотаж тыуҙы. Иртәгәнән водитель таныҡлығына справка алыуы ҡиммәтләнеүе менән бәйле ине ул.
“Право”ны алмаштырырға ваҡыт етеп килә. Өлгөрөргә кәрәк, иртәгәнән хаҡ 6 мең һум була, тиҙәр. Справка 700 һум саҡта, алып ҡалайыҡ”, – тип күптәр бөгөн Малаяҙ дауаханаһына сиратҡа барып теҙелде. Ә барыһы ла юҡҡа ғына…
Кискә табан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының водителдәргә медицина белешмәһе алыуҙың яңы тәртибен индереүҙе кисектереүе билдәле булды.
“Граждандарҙың борсолоуын иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова водителдәр өсөн медицина тикшереүе үтеүҙең яңы тәртибе тураһында бойороҡтоң көсөнә инеүен кисектерергә ҡарар итте. Министр ҡул ҡуйған приказ дәүләт теркәүенә ебәрелде. Төбәктәрҙә хаҡ билдәләүҙә һөҙөмтә тәьмин итеү маҡсатында тикшереүҙә ҡулланылған алымдар өҫтәмә анализланасаҡ”, – тип һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Салагайҙың Telegram-каналына яҙыуын хәбәр итәләр үҙәк мәғлүмәт саралары.
Иртәгә, 22 ноябрҙә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының водителдәр өсөн мотлаҡ документты алыу тәртибен регламентлаған бойороғона үҙгәрештәр көсөнә инергә тейеш ине. Яңы тәртипкә ярашлы, бөтә водителдәргә алкоголизм сиренә күрһәткән CDT маркерын билдәләү өсөн ҡан бирергә, психоактив матдәләрҙең бармы-юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн бәүел тапшырырға кәрәк. Ыңғай һөҙөмтә булһа, водителгә наркология диспансерында өҫтәмә комиссия үтергә ҡушалар.
Ошо көндәрҙә илдең белешмәләр биргән медицина учреждениеларында халыҡтың медицина справкаларын элекке хаҡҡа – 720 һумға алырға теләүенә бәйле оҙон сираттар күҙәтелде. 22 ноябрҙән медицина тикшереүенең хаҡы бер нисә тапҡырға артып, 5 570 һум булырға тейеш ине.
_________________________
Минздрав перенес дату вступления в силу нового порядка получения медсправок для водителей. Об этом сообщает «Российская газета» со ссылкой на Telegram-канал замминистра здравоохранения РФ Олега Салагая.
“С учетом обеспокоенности граждан Министром здравоохранения РФ Вероникой Скворцовой принято решение отложить вступление в силу приказа о новом порядке медосмотра для водителей. Соответствующий приказ уже подписан Министром и направлен на государственную регистрацию. Будет проведен дополнительный анализ методов, используемых для освидетельствования, в целях обеспечения их эффективности при адекватном ценообразовании в регионах”, – пишет Салагай.
Изменения в приказ Минздрава, регламентирующие порядок получения обязательного для водителей документа, должны были вступить в силу завтра, 22 ноября. Всем автомобилистам необходимо было сдать кровь для определения маркера CDT, указывающего на заболевание алкоголизмом. Для проверки наличия психоактивных веществ сдавали и анализы мочи. При положительном результате водитель бы отправился на дополнительную комиссию в наркологическом диспансере.
В медучреждениях страны, где выдавались справки, в эти дни наблюдались огромные очереди в связи с желанием людей получить медицинские справки по старой цене – 720 рублей. С 22 ноября стоимость медосмотра должна была повыситься в несколько раз – 5 570 рублей.
Источник: "Башинформ".
Читайте нас: