Бөтә яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 11:30

Шәрәктәрҙең ҙур шатлығы

Шәрәк ауылы халҡы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – ниһәйәт унда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған һәм еңеү яулап ҡайтҡан ауылдаштары иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Шәрәк ауылы халҡы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – ниһәйәт унда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған һәм еңеү яулап ҡайтҡан ауылдаштары иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Шәрәктәр өсөн был ваҡиға ҙур байрамға әүерелде. Сараға ауыл халҡы, саҡырылған ҡунаҡтар, район етәкселеге, хатта БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре лә килгәйне.
Мемориаль комплекс “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Проекттың дөйөм хаҡы 304 мең 500 һум булһа, шуның 227 меңен республика бюджетынан бүленгән. Ҡалғанын ауыл биләмәһе, халыҡ һәм бағыусылар үҙҙәре туплаған.
Яңы комплексты асыу башланғысын оҙаҡ йылдар Лағыр ауылы биләмәһе башлығы булып эшләгән Зәбир Ситдиҡов һәм ауыл депутаты Илшат Садиҡов күтәреп сыға. Зәбир Рәүеф улы проект авторы ла. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: ул бөгөн ауыл биләмәһендә эшләмәһә лә, башланған эшен ул ташлап китмәй, ә объектты халыҡҡа файҙалыныуға тапшыра. Тап уның тырышлығы менән Лағыр ауыл биләмәһенә ҡараған дүрт ауылда ла шундай уҡ мемориаль комплекстар барлыҡҡа килде.
Әлбиттә, бер генә кеше эште йырып сыға алмаҫ ине. Зәбир Рәүеф улы әйтеүенсә, был эшкә ауыл халҡы ла дәррәү ҡушылған. Бигерәк тә Илшат, Айбулат, Айнур Садиҡовтар, Тәлғәт Нурғужин, Ғәҙел Йосопов, Зәбир Ғалин, Ғәли Хәйретдинов, Вилмер Ибраһимов, Хәлил Хәйретдинов, Ғималетдин Зәйнуллин, Хәлиулла Фәхретдинов ҙур өлөш индергән. Ауыл ир-егеттәре ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй, комплекс майҙансығын кәртәләү, брусчатка йәйеү һәм башҡа эштәрҙе уңышлы атҡарып сыҡҡан.
Комплекты иһә Өфө оҫталары эшләгән. Уны Бөйөк Ватан һуғышын сағылдырған һүрәттәр, ҡыҙыл йондоҙ биҙәй. Комплекс төнөн дә яна.
- Шәрәк ауылынан бихисап яҡташтарыбыҙ һуғышта ҡатнашып, шуларҙың 34 батырҙарса һәләк булған, ә 42-һе тыуған яҡтарына ҡайтып үлгән. Уларҙың исемлеге мемориаль комплекста урын алды, - тип һөйләне Лағыр ауылы мәктәп директоры Ринат Ситдиҡов.
Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Ришат Низамов ауылдарына рәхмәтен белдереп, төҙөлөш эшендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте. Район хакимиәте урынбаҫары Риф Мөхәмәтдинов, ветерандар ойошмаһы рәйесе Фәрит Түрйәнов та барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. Тулҡынландырғыс йырҙар һәм шиғырҙар, балҡып торған мемориаль комплекс һыуыҡ көндә күңелдәрҙе йылытты.
В деревне Шарякова открыли мемориал памяти павших в Великой Отечественной войне. Памятник построили по программе поддержки местных инициатив. Ранее благодаря проекту здесь появилась детская площадка. Общая стоимость установки мемориала составила более 300 тысяч рублей. Часть средств собрали сельчане и спонсоры, остальное для постройки выделил бюджет республики и муниципалитета. Автором проекта выступил Забир Ситдиков.
Читайте нас: