Бөтә яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 15:32

Ҡыш бабайҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ

18 ноябрҙә Рәсәйҙә Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн билдәләйҙәр. Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн осраҡлы һайламағандар, сөнки тап 18 ноябрҙә уның биләмәһендә — Бөйөк Устюгта — ысын ҡыш башлана. Ә 1999 йылда Бөйөк Устюг рәсми рәүештә Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған төйәге тип аталды.

Унда был байрамға айырыуса ныҡ әҙерләнәләр. Был көндө Ҡыш бабайға ҡотлау ебәреү өсөн махсус почта йәшниге асалар. Урындағы балалар ҙа, килгән туристар ҙа был мөмкинлектән ихлас файҙалана. Хәҙерге Ҡыш бабай заман менән бергә атларға тейеш, шуға ул яңы технологияларҙы ла үҙләштерә — хәҙер балаларҙан хаттарҙы ул электрон почта аша ла ҡабул итә, өҫтәүенә социаль селтәрҙә блог алып бара һәм коллегалары менән кеҫә телефонынан аралаша.

Уны тыуған көнө менән ҡотларға бик күп туғандары һәм коллегалары — Финляндиянан Санта-Клаус, яҡут Ҡыш бабайы Чмсхан, Карелиянан Паккайне, Чехиянан ҡышҡы әкиәтсе Микулаш, Костроманан Ҡарһылыу, шулай уҡ Вологда, Мәскәү, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҡалаларҙан рәсми делегациялар килә. Бөйөк Устюгтың үҙәк майҙанында был көндө төрлө байрам саралары ойошторола, һәм, йола буйынса, тәүге яңы йыл шыршыһында уттар ҡабыҙыла. Ошо байрамдан һуң Ҡыш бабай Рәсәй ҡалалары буйлап юлға сыға һәм һәр береһендә балалар менән бергә яңы йыл шыршыларында уттар ҡабыҙа.

Башҡортостанда йәшәүселәр Ҡыш бабайҙы тыуған көнө менән ҡотлауға ҡушыла һәм уға уға хат яҙа ала. Ҡотлауҙарҙы 2019 йылдың 25 ноябренә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға» а/й адресына йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.


2003 йылдан «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проектын Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды һәм Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәте тормошҡа ашыра. Уның төп маҡсаты — балаларҙың хәйриәлек хәрәкәтен үҫтереү.


Өстән алып 15 йәшкәсә балаларҙы ҡатнашырға саҡыралар. Проект шарттарына ярашлы, бүләк һорап яҙған хаттар ҡаралмай. Конкурста 2019 йыл буйына башҡарылған изге эштәр тураһында ғына хаттар ҡатнаша. Шулай уҡ йәшкә ҡарап (3-6, 7-10 и 11-15 йәш), Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенән махсус эштәрҙе үтәп сығырға кәрәк.


«Ҡыш бабайға хат» балалар проекты тураһында положение менән бында танышырға мөмкин.


Конкурс еңеүселәре — социаль әһәмиәтле эштәр авторҙары — Өфөгә Ҡыш бабайҙың Раштыуа шыршыһына саҡырыу менән бүләкләнә. Байрам 2020 йылдың ғинуарында, уҡыусыларҙың каникул ваҡытында уҙғарыла.
Читайте нас: