Бөтә яңылыҡтар
4 Ноябрь 2019, 10:25

КӘЗӘНЕ КЕМ АТҠАН?

КӘЗӘНЕ КЕМ АТҠАН?Юлай ауылында кәзә арҡаһында ауылдаштар араһында бәхәс ҡупҡан

КӘЗӘНЕ КЕМ АТҠАН?
Юлай ауылында кәзә арҡаһында ауылдаштар араһында бәхәс ҡупҡан
Күршенең үләне лә йәшелерәк булып күренә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Был осраҡта күршенең бесәне тәмлерәк булған, ахыры.
Юлай ауылында йәшәгән ирҙең баҡсаһына ауылдашының кәзәләре инеп, бесәнен ашап, интектергән. Ир кәзәләрҙең хужаһы менән һөйләшеп тә ҡараған, хайуандарҙы ҡыуып та торған, әммә улар барыбер уның бесәне эргәһендә йөрөгән. Хайуандарҙан ялҡҡан ир тотҡан да, кәзәнең береһенә пневматик мылтыҡтан атҡан. Яраланған хайуан өйөнә ҡайтып йығылған. Хужалары уны һуйып өлгөргән. Ауылдаштарының был ҡылығына асыуланып, улар полицияға мөрәжәғәт иткән. Ә шулай ҙа был осраҡта атҡан кеше генә ғәйеплеме икән? Быны полиция хеҙмәткәрҙәренә асыҡларға тура киләсәк.
----------
Инцидент произошел на днях в д. Юлаево Салаватского района.
Местному жителю надоело, что козы односельчанина стали очень часто наведываться на его участок, чтоб полакомиться сеном. По словам мужчины, он неоднократно их отгонял, но животные все равно возвращались. Когда мирные разговоры с односельчанином ни к чему не привели, он взял из дома пневматическую винтовку и выстрелил в козу. Раненную козу заметил хозяин и обратился в полицию. Кто виноват в этой ситуации предстоит выяснить сотрудникам полиции.
А. Алкина
Читайте нас: