Бөтә яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 17:39

Тәрбиәселәргә, ветерандарға – сәскә гөлләмәләре, грамоталар

Быйыл Башҡортостан менән бергә уның мәктәпкәсә белем биреү системаһы ла бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Районда шуға арналған тантанала балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен, хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын тәбрикләнеләр.

Быйыл Башҡортостан менән бергә уның мәктәпкәсә белем биреү системаһы ла бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Районда шуға арналған тантанала балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен, хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын тәбрикләнеләр.


Тантанала төрлө ауылдарҙың мәктәпкәсә учреждениеларына оҙаҡ йылдар етәкселек иткән ветерандар Лена Хатымова, Флорида Кәримова, Флора Мөхәмәтшина, Рәйсә Ханова, Рима Шәрәфиева, Дания Васильева, Люциә Сәғитова, Гөлсәсәк Шаһимәрҙәнова, Ләйлә Ғирфанова, Рәмилә Абдуллина, Альмира Хизбуллина, Зилә Хисмәтуллина һәм Сәмғиә Юлдашеваға Салауат районы Хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды. Хеҙмәт ветерандары Йәмилә Әхмәҙуллина, Нина Петухова, Надежда Исаева, Лүзә Исрафилова, Мәмдүҙә Вәлиуллина, Нурия Мөхәмәтдинова, Фрида Ғирфанова, Мөниә Мостафина, Татьяна Вәлшина, Айгөл Зыязова, Илзира Камалова, Розалия Вәлиуллина, Рима Латыпова, Фәрзәнә Нурҡаева, Мәүлиҙә Сәйфетдинова, Диләфрүз Мөхәмәт­динова, Антонина Дудорова, Гөлнур Саяпова, Римма Петрова, Дилә Ғөзәйерова, Флүзә Моталипова һәм Лира Мирхәйҙәрова район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советында рәйес, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булған ветерандар Флорида Кәримова (Малаяҙ), Альмира Хизбуллина (Ишембай), Фәриҙә Йомаҙилова (Тирмән) айырым билдәләнде. Бөгөнгө мәктәпкәсә белем биреү үҫешенә тос өлөш индергән балалар баҡсаһы мөдирҙәре Әлфирә Аҙнабаева (Әлкә), Рәүзиә Бәширова (Яңы Ҡаратаулы), Рита Мөхәмәтйәнова (Малаяҙ), Илфира Тажетдинова (Ахун), Динә Ғималова (Мәсетле), Розалия Нафиҡова (Иҙелбай), Рәйлә Ғайнанова (Таймый), Зөлфиә Закирова (Нәсибаш), Таңсулпан Заһитова (Лағыр), Зөлфирә Ахунова (Тирмән), Зилә Ғәббәсова (Первомайский), Светлана Такунова (Һарғамыш), Зөлфиә Хажина (Йыланыш) тураһында ла әйтелде. Улар, ҡулайлаштырыу арҡаһында, икенсе вазифаға күсерелгән.

Әлеге ваҡытта райондың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы селтәре 4 муниципаль автономлы учреждение, 3 филиал, 21 мәктәпкәсә төркөмдө берләштерә. Ошо системала 297 кеше эшләй: 115 педагог, 74 тәрбиәсе ярҙамсыһы һәм 90 хеҙмәтләндереүсе персонал. Һуңғы өс йылда балалар баҡсалары 11 йәш тәрбиәсе менән тулыланған.

Район мәғариф бүлеге методисы Ғәлиә Вәлинурованың мәғлүмәтенә ярашлы, балалар баҡсаларында 1588 сабый иҫәпләнә. Яңы тыуғандан алып өс йәшкә тиклем 100-ҙән ашыу бала электрон сиратта тора. 1,5 – 3 йәшкә тиклемге балаларға Янғантау һәм Малаяҙ ауылдарында урын етмәй. Юлай, Йонос, Миндеш, Һарғамыш ауылдарында, киреһенсә, балалар баҡсалары тулмай. Районда 3 – 7 йәшлек балалар тулыһынса мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин ителгән.



Читайте нас: