Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 17:12

Салауат йәштәре - өсөнсө

26-27 октябрҙә Өфө ҡалаһында яҡташтар ойошмалары араһында волейбол буйынса чемпионат үтте.

26-27 октябрҙә Өфө ҡалаһында яҡташтар ойошмалары араһында волейбол буйынса чемпионат үтте. Спорт сараһы 2019-2020 уйын миҙгеленең еңеүселәрен билдәләргә булышлыҡ итте.


Ярышта Салауат районы йәштәре лә ҡатнашты. Районыбыҙҙың данын Ленар Мөхәмәтшин, Айнур Сәйетғалин, Инсаф Нуриев, Владислав Янцен, Диана Әхтәрйәнова, Илнар Басыров, Виктория Сулимова, Луиза Хәйҙәрова, Айгөл Исмәғилева, Илдус Фәйезов яҡланы.

Республиканың иң көслө командаларын туплаған ярыш көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, салауаттар өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә Ленар Мөхәмәтшин ярыштың “Иң яҡшы һөжүмсе” һе тип танылды.

-------


26-27 октября прошёл Чемпионат по волейболу среди молодёжных землячеств. По итогам соревнований, победителями сезона 2019/2020 признаны:


1место — Молодёжное Землячество Кигинского района;

2место — Молодёжное Землячество Абзелиловского района;

3место — Молодёжное Землячество Салаватского района.

Лучшим нападающим стал Ленар Мухаметшин из Салаватского района. Честь нашего района защитили Айнур Саитгалин, Ленар Мухаметшин, Инсаф Нурыев, Владислав Янцен, Диана Ахтарьянова, Ильнар Басиров, Виктория Сулимова, Луиза Хайдарова, Айгуль Исмагилова, Ильдус Фаизов. Поздравляем ребят, и желаем успехов!
Читайте нас: