17 октябрҙә билдәһеҙ кеше Малаяҙ ауылында урынлашҡан “Фотолайф” магазинынан паспорт чехолын сәлдергән.
Ҡырын эште һиҙеп ҡалған магазин хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡараҡтың шәхесен асыҡлап, Йыланыш ауылында йәшәгән ирҙе бүлеккә килтергән. Бур үҙенең ғәйебен таныған.
17 октября в магазине “Фотолайф” была совершена кража.
С прилавка магазина неизвестный человек украл чехол для паспорта. Обнаружив пропажу сотрудники магазина обратились в отдел МВД России по Салаватскому району.
Полицейские смогли установить личность вора и доставили жителя с. Еланыш в отдел. Мужчина дал признательные показания.