Әҙәм балаһы һәр ваҡыт тәбиғәт менән бәйләнештә йәшәй. Йортоғоҙҙа йыл әйләнәһенә йәшеллек булһын тиһәгеҙ, гөл үҫтерегеҙ. Һауа ла яҡшырыр, туҙан да булмаҫ, уларҙың сәскәләренә ҡарап күңелегеҙ ҙә күтәрелер.
Фэншуй буйынса, хужаның өйөндәге бәрәкәткә, уның уңышлы булыуына, сәләмәтлегенә үҫемлектәр ҙә йоғонто яһай икән.
✔Абаға (ҡаҙаяҡ) кәрт һәм ҡомарлы уйындарҙа уңыш килтерә.
✔ Фикус эш урынында йыйылған кире энергияны таҙарта.
✔Розан (гибискус) ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.
✔Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан күсеп китә.
✔Яран гөлө тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе «һыйҙырмай», яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.
✔Толстянка («аҡса гөлө») муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән – тинлек аҡсаға, эре булһа – ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы – һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән, тиҙ арала байырһығыҙ.
✔Алоэ бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.
✔Миләүшә гөлө (фиалка) төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Уны «тәрбиәсе гөл» тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.
✔Кактусты телевизор, компьютер янына ултыртып ҡуйырға кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарҙан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул хәтлем күберәк нурҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй. Кактусты тәҙрә төбөнә урынлаштырһағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.
✔Фикус гөлө – бәхеткә. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан арындыра. Шундай ышаныу ҙа йәшәй: "Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтер-һәләр, сабыйҙары тыуыр". Был гөлдө аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡтың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу тыныслыҡҡа, тиҙәр. Гөлдәр сәскә атмаһа – хужаларының ярлыланыуына.