Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 17:26

Өфөлә БДУ-ла – янғын

Малаяҙҙан студент ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетындағы янғынға шаһит булған. Тулыраҡ –

– Был янғын университеттың биология факультетының лаборатория кабинетында киске 6-7 сәғәттәр тирәһендә сыҡты. Бәхеткә күрә, бер кем дә ҡаза күрмәне. 30 кешене, эвакуациялап, тиҙ генә тышҡа сағарҙылар.
Хәҙерге көндә профилактика өсөн янғын тревогаһы үткәрелә, – ти шул факультетта уҡыусы беҙҙең район студенты Алсу Фәйзуллина.
Янғындың электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡаны асыҡланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл Өфөлә БДУ-ның төп корпусында был аҙнала дүшәмбе көндө теркәлде.
Читайте нас: