Бөтә яңылыҡтар
11 Октябрь 2019, 15:00

БЫЙМАЛАРЫ ЛА БАЙРАМСА

БЫЙМАЛАРЫ ЛА БАЙРАМСА – Байрам булғас, тауарым да байрамса булһын, тип тиҙ арала сигеп алдым, – ти ул. Лаҡлы ауылынан Альбина МӘЗИТОВА Башҡортостандың флагы сигелгән быймаларын бөгөнгө байрам йәрминкәһенә килтергәйне.

Лаҡлы ауылынан Альбина МӘЗИТОВА Башҡортостандың флагы сигелгән быймаларын бөгөнгө байрам йәрминкәһенә килтергәйне.
– Байрам булғас, тауарым да байрамса булһын, тип тиҙ арала сигеп алдым, – ти ул.
Ҡыҫҡа ҡуныслы быйма баштарына Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагының зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәре төшөрөлгән. Был һатып алыусыларҙың да иғтибарын йәлеп итте.

Альбина атаһы Ринат менән үҙҙәре ауылда быйма баҫа. Уның әйтеүенсә, юғары белемле педагог-психолог булһа ла, был кәсептән бер нисек тә айырыла алмай. Йылы һәм уңайлы быймаларҙы биҙәп, семәрләп һатыуҙан ҡыуаныс ала.
_________
Альбина МАЗИТОВА из села Лаклы на праздничную ярмарку привезла валенки с вышитым флагом Башкортостана.
– Раз сегодня праздник, и товар должен быть праздничным. Флаги сама вышивала, – говорит она.
Валенки в виде тапочек с триколором государственного флага Республики Башкортостан привлекли внимание многих покупателей.
Альбина вместе с отцом Ринатом сами валенки изготавливают. Как она говорит, на столько любит валенки, что не может перестать их украшать и продавать. Хотя она является педагогом-психологом с высшим образованием.

Читайте нас: