Бөтә яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 15:13

Балан емеше файҙаһы

Көҙөн балан ҡыуағында аҫылташтар һымаҡ емелдәшкән ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ошо матурлығы өсөн уны күптәр урмандан алып ҡайтып, өй янына ултырта.

Көҙөн балан ҡыуағында аҫылташтар һымаҡ емелдәшкән ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ошо матурлығы өсөн уны күптәр урмандан алып ҡайтып, өй янына ултырта.

Балан исеме латинса “үрү” һүҙенән килеп сыҡҡан. Күрәһең, ата-бабаларыбыҙҙың балан ботаҡтарынан кәрзиндәр үреүе лә шуға барып тоташалыр.

Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырга күберәк. Дауаланыу маҡсатынан баландың ҡайырыһы, сәскәһе һәм хатта орлоғон да файҙаланырға мөмкин.

Халыҡта балан менән бәйләнешле бик боронғо риүәйәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр йәшәй. Мәҫәлән, өй алдына ултыртылған балан йортҡа именлек, ғаиләгә иҫәнлек һәм байлыҡ саҡырып тора тип юрала.

Баландың ҙур ботаҡтарын һындырырға, киҫергә кәңәш ителмәй. Ҡыуаҡты шулай йәрәхәтләү ул кешегә бәлә-ҡаза булып ҡайтырға мөмкин. Им-томсолар баланды юҡҡа ғына тылсымлы ағас тип йөрөтмәйҙер.


Балан кеҫәле
Йыуылған баланды һыуға һалып бешерегеҙ ҙә иләк аша үткәрегеҙ. Һуңынан ошо ҡатнашмаға балан бешкән һыуҙы һалып, ҡайнай башлағансы утта тотоғоҙ. Һалҡын һыуға һалып, болғатылған крахмал өҫтәп, тағы бер ҡат ҡайнатып сығарығыҙ.
Кеҫәл өсөн: 200 г баланға 80 г шәкәр ҡомо, 40 г крахмал, 0,5 л һыу кәрәк.


Әфлисунлы балан
Йыуылған баланды әфлисун мелән бергә иттартҡыстан сығарығыҙ. Һуңынан барлыҡҡа килгән ҡатнашмаға шәкәр ҡомо һалып болғатығыҙ һәм стерилләнгән банкаға тултырып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Ҡатнашма өсөн: 1 кг баланға 1 кг шәкәр ҡомо, 1 ҙур әфлисун кәрәк.


Балан бәлеше
Йомортҡаны шәкәр ҡомо менән туҡығыҙ ҙа, ҡаймаҡ, сәй содаһы өҫтәп, болғатығыҙ. Шуға әкренләп кенә ике стакан он һала-һала, төйөрө бөткәнсе туҡығыҙ. Ҡамыр шыйыҡ булыр.
Эслек өсөн алманы эре ыуғыста ыуығыҙ һәм йыуылған балан, шәкәр ҡомо ҡушып болғатығыҙ. Ошонан һуң майланған бейек ситле табаға ҡамырҙың яртыһынан күберәген һалығыҙ, өҫтөнә тигеҙ итеп эслек, ҡалған ҡамырҙы һалығыҙ. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30 – 40 минут бешерегеҙ. Бындай бәлеш ҡайнар килеш тәмлерәк була.
Ҡамыр өсөн: 5 йомортҡа, 200 г ҡаймаҡ, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 стакан он, бысаҡ осо менән сәй содаһы, ә эслек өсөн ике ҙур баллы алма, 100 г балан, ярты стакан шәкәр ҡомо кәрәк.
Балан һутында бешерелгән ит
Өлөшләп киҫкеләнгән һөйәкле йә иһә һөйәкһеҙ һарыҡ итен майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырығыҙ. Шуның өҫтөнә яңы һығып яһалған балан һуты, тоҙ, борос һибегеҙ. Әҙер булғансы уртаса утта, һурпалы табала томалап бешерегеҙ. Бындай итте ҡайнар килеш ашау яҡшы, һыуынғас тәме үҙгәрә.
150 г һарыҡ ите, 200 г балан, 1 сәй ҡалағы һары май, тоҙ, борос кәрәк.

Балан торты
Иң тәүҙә ҡамыр иҙегеҙ. Шул ҡамырҙан 4 – 5 мм ҡалынлыҡта 25 – 30 см диаметрлы өс ҙур ҡоймаҡ йәйегеҙ. Бер нисә ерҙән тишкәләп, 20 – 25 минут мейестә бешерегеҙ, тирәләрен тигеҙләп киҫегеҙ.
Ошонан һуң иң аҫҡы ҡоймаҡҡа тигеҙләп балан ҡатнашмаһы һылағыҙ. Шул рәүешле, ҡатламлап, ҡалған ике ҡоймаҡты ла бер-береһенә ҡаплағыҙ. Ситтәренә крем һылап, май менән ыуылған ҡамыр валсығы һибегеҙ. Торт өҫтөн еләк-емеш, балан менән биҙәгеҙ.
Ҡамыр өсөн:
550 г он, 225 г һыу, 20 г тоҙ, 0,06 г лимон кислотаһы, 200 г маргарин кәрәк.
Крем өсөн: 150 г томалап бешерелгән балан, 150 г башка еләк-емеш, 240 г маргарин кәрәк.
Баллы балан яһау өсөн һыйыҡ йә иһә йылытып эретелгән балға балан тәлгәштәрен манып алығыҙ һәм киптерегеҙ.
Балан желеһы
Таҙартып йыуылған баланды ҡабығы йомшарғансы бешереп алығыҙ. Һуңынан һыуын түгеп, 2 стакан яңынан йылы һыу һалығыҙ ҙа йомшарғансы бешерегеҙ. Бешкән баланды иләк аша үткәргәс, шәкәр ҡомо ҡушып болғатығыҙ. Ҡатнашманы һалмаҡ утта ҡабат 50 минут ҡайнатып, стерили­зацияланған банкаға тултырығыҙ. Шул рәүешле әҙерләнгән желены һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Желе өсөн: 1 кг баланға 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу кәрәк.


Читайте нас: