3 кг татлы борос, 300 г кишер, 300 г һуған, 1 стакан һыу, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, тоҙ алына.
Боросто, һуғанды балдаҡлап, кишерҙе түңәрәкләп турарға ла, тоҙ, шәкәр, май, һеркә, һыу һалып бутап, ҡайнар хәленә еткерергә, 10 – 15 минут бешерергә, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡаплап ҡуйырға.
3 кг кәбеҫтә, 2-шәр кг һуған, помидор һәм ҡыяр, 1,5-шәр кг татлы борос менән кишер, 200 г һарымһаҡ; һәр банкаға 2-шәр аш ҡалағы үҫемлек майы, 1-әр аш ҡалағы аш һеркәһе, 1-әр лавр япрағы, тоҙ, борос алына.
Йәшелсәләрҙе ваҡлап турап, яҡшылап болғатырға ла тығыҙ итеп 1 литрлы банкаларға тултырырға, һәр банкаға тоҙ, үҫемлек майы, тәмләткестәр, аш һеркәһе һалырға. Банкаларҙы ярты сәғәт стерилләйҙәр.
1 кг татлы ҡыҙыл борос, 1-әр кг кишер менән һуған, 2 кг помидор, 1,5 стакан үҫемлек майы, 300 г шәкәр, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ алына.
Боросто һаламлап, һуғанды дүңгәкләп, помидорҙы дүрт өлөшкә бүлеп турайҙар, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.
Аджика өсөн 3 кг ташҡабаҡ, 500 г кишер, 500 г болғар боросо, 1,5 кг помидор, 5 баш һарымһаҡ, 2,5 ҡалаҡ ваҡланған ҡыҙыл борос, 100 г шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 мл шыйыҡ май кәрәк.
Бар ингредиентты ит үткәргестән сығарырға, һалаһы әйберҙәрҙе һалып болғап, 45 минут бешерергә һәм стериль банкаларға тултырып ябып ҡуйырға.
1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 1 кг алма (антоновка), 4 кг помидор, ярты стакан тоҙ, 2 стакан таҙартылған һарымһаҡ тештәре, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2-3 дана әсе борос. Барыһын бергә ит турағыс аша үткәрергә һәм 30-40 минут бешерергә, шунан стериль банкаларға ҡойоп ҡапларға. Һарымһаҡ менән әсе боросто, тәменә ҡарап, күберәк йә аҙыраҡ алырға була.
5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 16 дана әсе борос, 300 г һарымһаҡ, 0,5 кг керән, 1 стакан тоҙ, 2 стакан аш һеркәһе, 2 стакан шәкәр ҡомо алына. Барыһын йыуып, ит турағыс аша үткәрергә (боростарҙы – орлоҡтары менән ҡуша), шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе өҫтәргә, 1 сәғәт самаһы ултыртып торорға ла, шешәләргә ҡойоп, ҡапҡастарын ябырға. Бешермәҫкә. Һыуытҡысһыҙ ҙа яҡшы һаҡлана. Был аджиканы керәнһеҙ ҙә эшләргә мөмкин.