Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 16:38

Спортҡа һөйөү тәрбиәләй

Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көнө Белем биреүҙең тәүге баҫҡысы балалар баҡсаһында башлана. Кескәйҙәрҙә донъяны танып белеү һәләте үҫешә, ижад итеү, спортҡа ҡыҙыҡһыныу, белем алыу теләге уяна.

Ошо матур байрам көнөндә һүҙебеҙ Малаяҙ ауылындағы 1-се “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында эшләүсе физинструктор Лариса Моталипова тураһында. Ул үҙенең хеҙмәт юлын Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып башлай.

Ғаиләһе менән Малаяҙ ауылына күсеп килгәс, эшен “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында физинструктор булып дауам итә һәм 15 йыл бөгөнгәсә үҙ эшен яратып башҡара. Балалар баҡсаһында эшләү бик яуаплы эш. Ул кескәйҙәр өсөн көн һайын ниндәйҙер яңы асыштар яһап, уларҙы ҡыҙыҡлы нәмәләргә өйрәтә. Лариса Муллабай ҡыҙының эш көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән физик күнекмәләр яһауҙан башланып китә. Артабан бер-бер артлы дәрестәр дауам итә. Балаларҙы физик яҡтан сәләмәт итеп үҫтереү өсөн төрлө күнекмәләр, уйындар уйната. Уйындар, тәрбиә сараһы булараҡ, баланың шәхес булып форма­лашыуына ҙур йоғонто яһай, психик үҫешенә ярҙам итә. Физик күнек­мәләр, уйындар кескәйҙәрҙә етеҙлек, өлгөрлөк, ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләү менән бер рәттән иғти­барҙы, хәтерҙе яҡшыртыуға, күтә­ренке кәйефкә лә булышлыҡ итә.

Лариса Муллабай ҡыҙы коллегалары араһында ла абруйлы. Ғаиләһенән дә уңған, ике улына – һөйөклө әсәй, иренә тоғро ҡатын. Өлкән улы Денис Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Өфөлә уңышлы эшләп йөрөй, Алмаздары Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында уҡый.

Шул көндәрҙә Лариса Моталипова тыуған көнөн дә билдәләне, уға тынғыһыҙ, ауыр эшендә ҙур сабырлыҡ, атай-әсәйҙәрҙән ихтирам-хөрмәт тойоп артабан да уңышлы эшләргә насип итһен.
Читайте нас: