Бер ир ҙур, заманса, баҡсаһында алмағастар үҫкән йорт һатып алған. Янындағы иҫке, емерек йортта көнсөл күрше йәшәгән. Күршеһе был иргә гел генә насарлыҡ эшләп, уның кәйефен төшөрөргә тырышҡан : йә йорто алдына сүп-сар ырғытып киткән, йә башҡа этлек менән бимазалаған.
Бер көн ир яҡшы кәйефтә уянып, урамға сыҡһа, ишек алдында йыуынты биҙрәһенә тап булған. Ир оҙаҡ уйлап тормай, йыуынтыны түгеп, биҙрәне яҡшылап таҙартҡан. Һуңынан ул ошо биҙрәгә баҡсаһынан алмалар йыйып, күршеһенә ыңғайлаған. Шуны ғына көтөп ултырған күршеһе: "Ниһайәт тегенең тенкәһенә тейҙем! Хәҙер мин уға күрһәтермен!", - тип уйлап, ишекте асҡан.
Урамда торған ир, биҙрә менән алмаларҙы күршеһенә һоноп : "Кем нимәгә бай, шуның менән өләшә", - тигән.