Бөтә яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 13:42

Ике проект тәҡдим ителде

Үткән аҙнала район Хакимиәте бинаһында сираттағы “инвестиция сәғәте” үтте.

Үткән аҙнала район Хакимиәте бинаһында сираттағы “инвестиция сәғәте” үтте.
Унда инвестицияға бәйле эшмәкәрлек, бизнестың әһәмиәтен үҫтереү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙағы ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеүгә ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Эшҡыуарҙар менән район башлығы Марс Кашапов осрашып, уларҙың тәҡдимдәрен тыңланы. А. Хурамшин Мәсетле ауылында юл буйында кафе төҙөү проекты менән сығыш яһаһа, Р. Талыпов ағас күмерен эшләү цехын ойоштороу проектын тәҡдим итте.
Читайте нас: